Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб
logo
Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб

В Сосновку,в гости!

22.02.2024. Сосновка ауылы ағинәйҙәре Сермән ауылы аҡһаҡалдарын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Сара ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, мәҙәниәт йорто, ағинәйҙәр бүлмәһе, музей менән таныштырыуҙан башланды. Китапханала, түңәрәк өҫтәл артында, көнүҙәк хәлдәр тураһында фекер алышынды, файҙалы кәңәштәр әйтелде. Китапханасы Мөнирә Ғәйфуллина байрамға арналған викторина үткәрҙе. Һуңынан, фойела, оло кешеләргә ярашлы төрлө уйындар йыр-бейеүҙәр менән үрелеп барҙы. Ватанды һаҡлаусылар көнө байрамы алдынан ойошторолған был сарала, ағинәйҙәр тарафынан ир-егеттәргә бүләктәр тапшырылды. Матур, күңелле итеп уҙған байрам кисәһе сәй табынында тамамланды һәм Сермән ауылы аҡһаҡалдары Сосновка ауылы ағинәйҙәрен үҙҙәренә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Афариндар, оло быуын шәхестәре!
Сарала ауыл хакимиәте башлығы Айгөл Айрат ҡыҙы Минһажетдинова ҡатнашты.

https://vk.com/album-69890189_301931409