Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб
logo
Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб

День рождения народного поэта Рашита Нигмати

Башҡорт шағиры, тәржемәсе, драматург, башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин — 1909 йылдың 27 ғинуарында хәҙерге Һамар өлкәһе Оло Чернигов районының Диңгеҙбай ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
– 1916—1918 йылдарҙа мәҙрәсәлә белем ала. Йәшләй етем ҡала: 1918 йылда әсәһе, 1921 йылда атаһы үлә. Етем ҡалғас, Һамар, Украина балалар йорттарында тәрбиәләнә.
– 1924 йылда Өфөгә килә һәм Ленин исемендәге мәктәпкә урынлаша. 17 йәшенән шиғыр яҙа башлай. 30-сы йылдарҙа шиғырҙары танылыу ала.
– 1930 йылда Өфө рабфагын тамамлай.
– 1931 йылдан Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә эш башлай.
– 1933 йылда «Кереш» исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Яңы тормош ҡороу, «иҫкелек ҡалдыҡтары» менән көрәш яҙыусының төп темаһы була.
– 1933—1936 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта хәрби хеҙмәттә була, шунан ҡабат Туймазы районына эшкә ҡайта.
– 1938 йылда Яҙыусылар союзына алына, унда яуаплы сәркәтип эшенә тәғәйенләнә. Китап нәшриәтендә мөхәррир була. «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» (1938), «Йәмле Ағиҙел буйҙары» (1940), «Минең баҡсала» (1941) шиғыр һәм поэма йыйынтыҡтары башҡорт халҡының 20-30-сы йылдарҙағы тормошона арналған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөнән алыҫ түгел Алкин ауылында сапер эшенә өйрәтеүсе итеп тәғәйенләнә.
1959 йылдың 13 октябрендә Өфөлә вафат була.

#РДК_Белоречья#КультураБелоречья#СерменевскийСМФК#НародныйПоэт