Литературная гостинная ”Творчество Баязита Бикбая”
Баязит Ғаяз улы Бикбаев (Баязит Бикбай) Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районына ҡараған Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Ташлы ауылындағы техник мәктәптә уҡый. 1923 йылда Ырымбурҙың Башҡорт педагогия техникумына барып инә. 1928 йылда был уҡыу йортон тамамлап сыҡҡас, Өфөгә килә һәм гәзит-журнал редакцияларында эшләй, шиғырҙарын матбуғатта баҫтыра башлай.
Баязит Бикбай үткән быуаттың 30-сы йылдарында “Башҡортостан” гәзитендә бүлек мөдире, “Октябрь” (хәҙерге “Ағиҙел”) журналында яуаплы сәркәтип, Башҡорт дәүләт академия драма театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире вазифаларын башҡара.
Әҙәбиәттә Бикбай үҙен башта шағир итеп таныта. 1932 йылда “Үтеп барған көндәр” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Башҡорт дәүләт театрында эшләгән осоронда драматургия менән мауығып китә. “Ҡарлуғас” тигән музыкаль драмаһы академия драма театры сәхнәһендә ҙур уңыш менән бара. Уның артынса Ғәлимов Сәләм менән бергә “Салауат” исемле драманы яҙа. Поэзия һәм драматургия өлкәһендәге ижади ҡаҙаныштары өсөн 1939 йылда башҡорт яҙыусыларынан беренсе булып ул “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнә.
Баязит Бикбай әҙәбиәттең өс төрө — поэзия, проза, драматургия өлкәһендә лә берҙәй өлгөрлөк һәм һәләт менән уңышлы эшләне. Ул “Ер”, “Йәшә, тормош” кеүек поэмалары, тиҫтәләгән йырҙары, лирик һәм публицистик шиғырҙары, шиғри әкиәттәре менән башҡорт поэзияһының үҫешенә ҙур өлөш индерҙе. Милли драматургиябыҙҙың һәм театр сәнғәтенең күтәрелешенә оло хеҙмәт күрһәтте. Уның “Ҡарлуғас” драмаһы Башҡорт дәүләт драма театры һәм Стәрлетамаҡ, Сибай, Салауат театрҙары сәхнәһендә хәҙер ҙә ҡуйыла килә. Баязит Бикбай Салауат Юлаев тураһында йәнә либретто яҙып, уны музыкаға һалған композитор Заһир Исмәғилев менән бергә классик милли опера сәнғәтебеҙҙе тыуҙырыуға ярҙам итте. Шул уҡ арҙаҡлы композиторыбыҙ менән берлектә ижад иткән “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы, “Шәүрә” трагедияһы ла классик өлгөләр булып танылды.
Баязит Бикбай — прозаикты “Ҡояшлы көн”, “Аҡсәскә”, “Тере шишмәләр” повестары, “Аҡселән ташҡанда” романы буйынса әҙәбиәт һөйөүселәр бик яҡшы белә.
Күренекле яҙыусыбыҙҙың 1969—1972 йылдарҙа нәшер ителгән “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарының биш томлығы (I том. “Шиғырҙар һәм поэмалар”; II том. “Аҡселән” романы; III том. “Повестар, хикәйәләр, очерктар”; IV том. “Пьесалар”; V том. “Хикәйәләр, мәҡәләләр, хаттар”) әҙәби мираҫының жанрҙар төрлөлөгө һәм байлығы хаҡында раҫлап тора.
Ижади уңыштары өсөн Баязит Бикбай ике тапҡыр орден менән бүләкләнгән, уға Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеме бирелгән, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1970 й.) лайыҡ булған.
#РДК_Белоречья#КультураБелоречья#СерменевскийСМФК#ТворчествоБаязитаБикбая#ДеньРождения