Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб
logo
Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб

“Йома сәйе”

Йома сәйе – башҡорт халҡының матур һәм боронғо йолаларының береһе. Мосолмандарҙа йома – көндәрҙең иң олоһо һәм изгеһе. Йома көн мәсеттәрҙә йома намаҙы үтәлә, ҡатын-ҡыҙҙар был көндө өйҙә тәмле еҫтәр сығарып, ҡоймаҡ ҡойоп, ғәйләһен, яҡындарын һыйлай. Элекке ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, тергеҙеү маҡсаты менән,Әхмәр ауылы ағинәйҙәре Сермән күп тармаҡлы ауыл клубына “Йома сәйенә” йыйылды. Ут күрше ҡунаҡтарыбыҙҙы, Динара Нәсим ҡыҙы етәкләгән “Хәтирә” ансамбле таҡмаҡтар йырлап ҡаршы алды. Матур байрам сараһы “Хәтирәләр” әҙерләгән концерт номерҙары менен башланды.
Байрам бүләге итеп куршеларебеҙ ҙә йыр – моң, бер тоҡ күстәнәстәр алып килгән. Байрам сәй табыны артында дауам итте. Ҡунаҡтар тәмле итеп йома сәйен эсеп, йәш ваҡыттарҙы иҫкә алып, матур йырҙар йырлап, бейеп тә алдылар. Һуңынан ҡунаҡтарҙы Рәмзиә Кәрим ҡыҙы музей менән таныштырҙы. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы тип, шулай осрашып, күңелдәребеҙҙе күтәреп, хәлдәребеҙҙе белешеп, рәхмәттәр әйтеп таралыштыҡ.
#КультураБелоречья#РДК_Белоречья#СерменевскийСМФК#Йомасәйе