Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб
logo
Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб

Обряд « Поход за снежной водой»

Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп – сар ташлау, ярау ите тыйылған.

 

Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм килендәр көйәнтәләр алып, йырлашып ҡар һыуы алып ҡайтҡандар. Был бөтә ауыл менән байрам итеү йолаһы ла. Был осорҙа ирегән һыу төшөп, шишмәләр һәм ҡойолар ҡомарған. Шулай уҡ оло һыу ҙа бысранған.

 

Ҡар һыуы таҙа ла, шифалы ла булған. Халыҡ телендә йырҙар ҙа башҡарылып килә.

#КультураБелоречья#СерменевскийСМФК