Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб
logo
Филиал №12
Серменевский сельский многофункциональный клуб

Литературная гостиная « С днем рождения!»

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, прозаик, шағирә, тәржемәсе Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева (15.01.1908–24.08.1996) Башҡортостандың Күгәрсен районы Төйөмбәт ауылында тыуған. Яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр.
Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Зәйнәп Биишеваның Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан.
Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда «Пионер» журналында баҫыла. Ә тәүге «Партизан малай» тигән китабы 1942 йылда сыға.
40–60-сы йылдарҙа уның «Көнһылыу», «Сәйер кеше», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?», «Уйҙар, уйҙар…», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Әммә уның иң төп әҫәре – «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» һәм «Емеш» романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.

Именникам января Яныбаю Хамматову и Зайнаб Биишевой посвятили литературную гостиную ” День рождения”,которую посетили старшеклассники средней школы с.Сероменево ,с классным руководителем Н.К.Шагалиной и З.Ш.Хатиуллиной .25 человек посетили мероприятие по Пушкинской карте.. Сейчас молодежь имеет такую возможность. В программе ребята узнали о жизни и деятельности писателей,познакомились с книжной выставкой, подготовленной библиотекарями З.И.Фахрисламовой и Л.М.Саяховой.Благодарим за сотрудничество модельную библиотеку имени Я.Хамматова, учителей и учащихся МОБУ СОШ с.Серменево

#КультураБелоречья#ЛитературнаяГостиная#ДеньРождения